Ил етәкселеге тәбрикләне23.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты ил етәкселәре Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Беҙ илебеҙҙең азатлығы һәм үҙаллылығы өсөн ҡаһармандарса һуғышҡан бихисап быуын ата-бабабыҙҙың хәрби батырлыҡтары менән ихлас ғорурланабыҙ. Һәм бөгөн Рәсәй хәрбиҙәренең илһөйәрлек традицияларын лайыҡлы дауам итеүселәрҙе тантаналы тәбрикләйбеҙ. Үҙ тормошон Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙы, Антҡа һәм бурысҡа тоғролоҡ һаҡлағандарҙы.

Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйем”.

Владимир ПУТИН.


* * *


“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө – ҡаһарманлыҡты һәм батырлыҡты, антҡа тоғролоҡто һәм намыҫты сағылдырған байрам менән ҡотлайым.

Һәр заманда ла Тыуған илгә һөйөү, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, һаҡларға һәр саҡ әҙерлек иң юғары ҡиммәт булды һәм шулай буласаҡ та. Был ҙур илебеҙҙең һәр гражданына ҡағыла. Беҙҙең бит барыбыҙҙы ла Рәсәйҙе көслө һәм алға барған ил итеү маҡсаты берләштерә.

Һеҙгә тыныслыҡ, уңыштар теләйем”.

Дмитрий МЕДВЕДЕВ.


* * *



“Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Һәр заманда ла хәрбиҙәрҙең фиҙакәрлеге һәм батырлығы Рәсәй дәүләте бөйөклөгөнөң айырылғыһыҙ өлөшө булған. Ватаныбыҙ һаҡсылары илебеҙҙең оборона ҡеүәтен һәм милли хәүефһеҙлеген нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, һәр кешенең Тыуған илгә хеҙмәтенең ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен иҫбатлай. Киләсәктә лә беҙҙең илһөйәрлек традициялары һаҡланһын, Рәсәйҙең ҡеүәте, даны артһын!

Һеҙгә ихлас күңелдән тыныслыҡ, яҡшылыҡ һәм именлек теләйбеҙ!”

Валентина МАТВИЕНКО.


Вернуться назад