“Хөрмәтле өфөлөләр! Ошо егеткә иғтибар итегеҙ әле”. Ошолай тип башланған хәбәр “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Подслушано Уфа” тигән төркөмөндә баҫылып сыҡты бөгөн.
Хәбәр ителеүенсә, был егет Анапа ҡалаһында аҙашып йөрөй. Хәтерен юғалтыуға зарлана, исем-фамилияһын белмәй. Үҙе белдереүенсә, Өфөнән икән һәм 1992 йылдың 17 ноябрендә тыуған.
Бәлки, уны берәйһе таныр!