3 йыл эсендә – 15 үҙәк22.02.2019
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы тапҡыр Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

– Ҡеүәтле технологик үҫеш өсөн беҙгә тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләрҙең заманса моделен төҙөргә кәрәк, – тине ил етәксеһе. – Нәҡ шуны күҙ уңында тотоп, төбәктәрҙә ғилми-белем үҙәктәре булдырабыҙ. Өс йыл һуҙымында бындай үҙәктәр илебеҙҙең 15 төбәгендә төҙөлөргә тейеш, шул иҫәптән, тәүге биш үҙәк быйыл асыласаҡ, ә Төмән менән Белгород өлкәләрендәгеләрҙе һәм Пермь крайындағыларҙы иһә әҙер тиһәң дә була, тиҙҙән улар эш башларға тейеш.


Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга ПАНЧИХИНА:
– Владимир Путин ғилми-белем үҙәктәре тураһында аныҡ итеп һөйләне. Минеңсә, бындай белем усаҡтары илебеҙҙең һәр төбәгендә лә кәрәк. Бигерәк тә Башҡортостанда, юғары уҡыу йорттары менән дан алған Өфөлә булһа яҡшы булыр ине.


Вернуться назад