Автобустарға “һунар” асылды21.02.2019
Уҙған йыл Федоровка районы биләмәһендә балалар ташығанда юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 179 осрағына юл ҡуйылған. Улар араһында бер автобус шоферының иҫерек килеш рулгә ултырыуы ла теркәлгән.

Балалар ташығанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау осраҡтары республиканың башҡа райондарында ла булғылай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең Федоровка районы буйынса бүлеге етәксеһе полиция майоры Д. Сәғитов билдәләүенсә, транспорт менән хеҙмәтләндереүҙә халыҡтың именлеген тәьмин итеү маҡсатында даими рәүештә “Автобус” операцияһы үткәрелә.




Вернуться назад