Хәбиров башҡортса шиғыр һөйләне21.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған телдәр көнөнә арналған флешмобты башлап ебәрҙе. Төбәк етәксеһе теләгән һәр кемгә башҡорт телендә яратҡан дүрт юллыҡ шиғырын һөйләп, социаль селтәрҙәргә #Туғантел һәм #Роднойязык хэштегтары менән һалырға тәҡдим итә.

“Мине лә үҙ флешмобымды башлап ебәреү уйына ышандырҙылар. Бының өсөн һәйбәт һәм файҙалы сәбәп тә бар. Бөгөн – ЮНЕСКО тарафынан иғлан ителгән Халыҡ-ара туған тел көнө. Туған телдәрҙең рухи донъябыҙҙы байытҡан әйбер булыуына ныҡлы инанам”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.

Радий Фәрит улы Рәми Ғариповтың “Туған тел” тигән шиғырын уҡыны һәм бөтәһен дә флешмобҡа ҡушылырға саҡырҙы.



Вернуться назад