Йүнселдәрҙе көтәбеҙ21.02.2019
27 һәм 28 февралдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Федераль бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының стратегик сессияһы үткәрелә. Сараға бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре һәм үҙ эшен асырға теләгәндәр саҡырыла.

Стратегик сессияла ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә йүнселлек өсөн ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә. Улар араһында – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына мөлкәт ярҙамы күрһәтеү, 223-сө Федераль закон буйынса айырым ойошмаларҙың һатып алыуҙарында йүнселдәрҙең ҡатнашыуы, Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү, шәхси һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына лизинг ярҙамы күрһәтеү.

Корпорацияның төп эксперттары эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләйәсәк, Рәсәй баҙарындағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Сара барышында республиканың инвестиция проекттары, эшҡыуарҙар өсөн махсус асылған “МСП бизнес-навигаторы” порталы мөмкинлектәре менән таныштырыу күҙаллана.

Стратегик сессияла Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль власть органдары, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге төп йәмәғәт ойошмалары, республикалағы бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

Стратегик сессия 27-28 февралдә түбәндәге адрес буйынса үткәрелә: Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 2, “Торатау” конгресс-холы. Теркәлеү һәм сара программаһы менән танышыу өсөн һылтанма: https://goskomtur.timepad.ru/event/906749/.


Вернуться назад