Байрам да, эш тә21.02.2019
– Бөгөнгө сараға байрам тип тә, эш тип тә ҡарарға мөмкин, – тине “Торатау” конгресс-холында үткән Башҡортостан Мәғариф министрлығының киңәйтелгән ултырышында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова. – “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Беренсенән, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтәбеҙ, икенсенән, коррекцион мәктәптәр менән бәйләнештәр ныҡлы урынлаштырылған – уларға спорт ҡорамалдары алып бирәбеҙ.

Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ғаилә мәсьәләһе – йәмғиәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, балалар баҡсаһындағы тәрбиәне бер нимә лә алмаштыра алмай.

– Әле республикабыҙҙың балалар баҡсаларында өс йәштән ете йәшкә тиклемге 239 мең сабый йөрөй. 2021 йылға хәтлем 49 балалар баҡсаһы төҙөп файҙаланыуға тапшырыу эш планына ингән. Был балалар баҡсаһына сиратты кәметеүгә килтерәсәк, – тине Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Айбулат Вәкил улы билдәләүенсә, ике сменалы мәктәптә уҡытыу – көнүҙәк мәсьәлә, йыл аҙағына бер сменалы мәктәптәр һаны артасаҡ. Былтыр бөтәһе дүрт мәктәп төҙөлгән.

Шулай уҡ һәләтле балалар, предуниверсария, педагогтарҙың эш хаҡы, Берҙәм дәүләт имтиханы, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы, туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында ла йөкмәткеле һөйләшеү булды.



Вернуться назад