Тиҙҙән осоп йөрөгәне лә булмаҫ тимә...21.02.2019
Өфө трамвай-троллейбус заводында яңы троллейбус моделе өлгөһөн һәм йыйыу цехын күрһәттеләр. Яңы төр транспорт – динамикалы заряд алыусы электробус.

Ҡунаҡтар троллейбусты ҡарап сыҡты, шунан уның ҡала буйлап бәйләнеш селтәренә тоташмаған көйөнсә йөрөүен күҙәтте.

Был аккумулятор батареяһынан эшләгән тәпәш иҙәнле йәмәғәт транспорты күп сығым талап итмәй, заманса ышаныслы һәм уңайлы техника менән йыһазландырылған, 100-ҙән ашыу пассажирҙы һыйҙыра, тирә-яҡ мөхиткә лә зыян килтермәй. Уның үҙенсәлеге – запас автоном йөрөшлө булыуы. Йәғни бәйләнеш селтәренә тоташмайынса ла бер нисә тиҫтә километр юл үтә ала.




Вернуться назад