Француздарға Бөрйәндә ни кәрәк?21.02.2019
Башҡортостанға француз ғалимы, Тәүтормош йәмғиәте тарихы милли үҙәгенең баш мираҫ һаҡлаусы хеҙмәткәре Жан-Мишель Женест килде. Кисә ул республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының коллегия ултырышы эшендә ҡатнашты. Шунан Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе менән танышырға юлланды.

– Беҙ ғилми хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн килдек. Шүлгәнташтағы музей-ҡурсаулыҡ күп туристарҙы йәлеп итәсәк, республика иҡтисадын һәм мәҙәниәтен үҫтерәсәк, – тине ул.


Жан-Мишель Женест 2014 йылға тиклем Франциялағы ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе ғилми тикшереү менән шөғөлләнгән берҙән-бер лабораторияға етәкселек иткән.

Башҡортостанға килгән сит ил ғалимдарының төп маҡсаты булып Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең яңыртылған каталогын төҙөү өсөн әҙерлек эштәрен башҡарыу тора.



Вернуться назад