Хәбиров барып тыңланы21.02.2019
Хәбиров барып тыңланыКисә дәүләт башлығы Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уны башлап, Президент күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары тураһында һөйләне.

Властың бөтә кимәл етәкселәре алдында торған мөһим бурыс – ипотека ставкаһын һигеҙ процентҡа һәм унан да түбәнерәк төшөрөү тураһында әйтте. Владимир Путин билдәләүенсә, быйыл Рәсәй халҡы тормош кимәленең ысынлап яҡшырыуын тойорға тейеш.

Тантаналы сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, төбәк башлыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та, ҡатнашты.




Вернуться назад