Рус география йәмғиәте медиагранттарға ғаризалар ҡабул итә. Барлығы 60 миллион һумды бүлеү күҙаллана. Эксперттар айырыуса ҙур иғтибар бирәсәк темалар ҙа буласаҡ. Улар – география буйынса белем биргән онлайн-курстарҙы ойоштороу һәм таратыу; һирәк йәнлектәр төрөн өйрәнеү һәм һаҡлау, был эштә йәмғиәттең ролен күрһәтеү; Рус география йәмғиәте ағзалары тураһында тарихи проекттар, уларҙың тикшеренеүҙәрен, экспедицияларын һәм асыштарын һүрәтләү; йәмғиәттең хәҙерге экспедиция эшмәкәрлеге; эске туризмды үҫтереү; көнүҙәк экологик проблемалар; Рәсәй биләмәһендәге тәбиғи феномендар.
Йәмғиәт эксперттары билдәләүенсә, быйыл улар проекттарҙың жанр төрлөлөгөнә иғтибар итәсәк. Мәҫәлән, тапшырыуҙар циклдары, йәштәр өсөн интернет селтәрендәге мультимедиялы проекттар, төбәк һәм радио өсөн проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк.
Ғаризаны 1 мартҡа тиклем бирергә була. Конкурстың шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт түбәндәге һылтанма буйынса: https://www.rgo.ru/ru/granty/grantovyy-konkurs-2019/konkurs-mediagrantov-2019