Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә яңы рәйес һайланды.
Ике турҙа үткән һайлауҙа Әхәт Мостафин еңеп сыҡты.
Әхәт Ғәзизйән улы Мостафин 1957 йылдың 21 ғинуарында Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ғилми хеҙмәткәр, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында инженер, кесе, өлкән, төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1999 – 2000 йылдарҙа – Башҡортостан аграр университеты доценты, профессор. 2000 йылдан 2013 йылға тиклем Фән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары, Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты, Башҡортостан аграр университеты ректоры була. 2009 йылда республика Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академик) итеп һайлана. 2018 йылдан әлегә тиклем Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге рәйесенең ғилми эш буйынса урынбаҫары булып эшләй.