“Ҡыҙыл әтәс”те яҡын юлатмағыҙ!20.02.2019
Яңғын хәүефе, уларҙың йәмғиәткә, кеше тормошона килтергән зыяны хаҡында кем генә белмәй. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен барыбыҙ ҙа үтәйбеҙме һуң?

Әлшәй районының Ҡармыш ауылында ошондай бәлә-ҡазаны иҫкәртеү, фажиғәләрҙе булдырмау маҡсатында янғынға ҡаршы ведомстволар вәкилдәре, ауыл һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында рейд үткәрелде. Сара барышында күп балалы, имен булмаған ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Инспекторҙар халыҡҡа газ ҡорамалдары, электр үткәргестәре һәм приборҙары менән эш итеү ҡағиҙәләрен аңлатты, ошо йәһәттән күҙгә салынған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.






Вернуться назад