Төбәктәр өсөн яңы мөмкинлек тыуа20.02.2019

Урындағы брендтарҙы теркәү мәсьәләһе еңелләшә.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова географик күрһәткестәрҙе теркәү, хоҡуҡи яҡлау һәм һаҡлау мәсьәләләренә арнап “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Сара интеллектуаль хоҡуҡҡа арналған VII Халыҡ-ара IP форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Федерация Советы, төбәктәр палатаһы булараҡ, Рәсәй субъект­тары үҫеше өсөн яңы мөмкин­лектәр эҙләүгә ҙур иғтибар бүлә. Интеллектуаль милек темаһы ла – һәр ваҡыт палата һәм уның етәксеһе Валентина Матвиенконың иғтибары үҙәгендә булған мәсьәлә.

Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, төбәк брендтарын асыҡлау һәм артабан уларҙы теркәү мәсьәләһе Федерация Советында ике йыл элек үк күтәрелеп сыҡҡан. “Беҙ төбәк­тәрҙе был идея менән ҡыҙыҡһын­дыра алдыҡ, һәм ил субъекттары үҙҙәренең брендтарын таныта башланы”, – тине ул.

Сенатор мәғлүмәттәре буйынса, былтыр тауарҙың барлыҡҡа килеү урыны атамаһы сифатында теркәлеүгә – 80, шул иҫәптән 40 яңы ғариза, элегерәк бренд сифатында теркәлгәндәргә махсус хоҡуҡҡа тағы ла 36 ғариза тап­шырылған. Бөгөн хоҡуҡи майҙанға интеллектуаль милектең үҙаллы объекты итеп географик күрһәт­кестәрҙе сығарыу зарурлығы бар. Был, тәү сиратта, бындай объектты дәүләт теркәүенең уңайлылығы менән аңлатыла.

“Роспатент” хеҙмәткәрҙәре менән Федерация Советы ағзалары берлектә ҡануниәткә тейешле үҙгә­рештәр әҙерләне. Был туралағы закон проекты 2018 йылдың 27 июлендә Дәүләт Думаһы тарафынан беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Киңәйтелгән эш төркөмө әлеге закон проектына төҙәтмәләр әҙерләй. Закон әлеге сессияла ҡабул ителер тип ышанабыҙ”, – тине Лилиә Ғүмәрова.

Ҡануниәткә индерергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр донъяның үҫеш йүнәлештәренә тулыһынса тап килә. Өс йыл элек тауарҙың барлыҡҡа килеү урыны атамаһы һәм географик күрһәткестәр тураһындағы Лиссабон килешеүенең Женева акты ҡабул ителгәйне. Был документ географик күрһәткестәрҙе халыҡ-ара кимәлдә теркәү мөмкинлеген бирә.

Лилиә Ғүмәрова Женеваға, Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһына булған эш сәфәре тураһында һөйләне. Унда төбәк брендтарын һаҡлау һәм танытыу мәсьәләләре хаҡында төплө һөйләшеү булған.


Вернуться назад