Алтын ҡасабаһы аша аҡҡан Ҡарағайлы йылғаһы ҙур түгел. Шулай ҙа ул яҙ етеү менән ярҙарынан ташып сығып, халыҡҡа байтаҡ мәшәҡәт тыуҙыра.Ошоно күҙ уңында тотоп, Алтын халҡының һорауы буйынса Сибай ҡалаһы хакимиәте һыу ташыуға әҙерлек эштәрен әле үк башланы: бөгөн Ҡарағайлының боҙҙары киҫелде, үҙәне таҙартылды. Әйткәндәй, быйыл боҙҙоң ҡалынлығы 2-2,5 метрға еткән.
Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илфат Сафин әйтеүенсә, Ҡарағайлының ярын таҙартыуға “Полигон” һәм “Водоканал” йәмғиәттәре тракторҙары йәлеп ителгән.
“Ташҡын мәлендә йылғаға яҡын йәшәгәндәрҙең йортона һыу барып етмәһен өсөн барыһын да хәстәрләйбеҙ. Хәлде етди контролдә тотабыҙ, даими күҙәтеп барасаҡбыҙ”, – ти ул.
Алтын ҡасабаһы халҡы башҡарылған эштәрҙе күреп һөйөнә, быйыл ташҡындан зыян күрмәйәсәгенә ныҡлы ышана.