Башҡортостан етәкселеге төбәктә милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башлауға әҙерлек буйынса ҙур һәм һөҙөмтәле эш алып барған, тип белдерҙе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.“Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға әҙерлек тулы кимәлдә башҡарылған тиерлек, – тип билдәләне республика Хөкүмәтендәге брифингта Игорь Комаров. – Барлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу этабына аяҡ баҫа. Финанс яҡтан яҡшы тәьмин ителеште айырым билдәләргә кәрәк. Был йәһәттән республика башҡа субъекттарҙан күпкә уңышлы эшләгән”.
Игорь Комаров билдәүенсә, Башҡортостанда алданған өлөшсөләр, демографияны үҫтереү, уртаса йәшәү оҙайлығын арттырыу мәсьәләләрен хәл итәһе бар.
“Был йәһәттән республикала аныҡ программалар эшләй. Әйтелгән проблемаларҙы яйға һалыу маҡсатында булдырылған юл карталары үтәлер тигән ышаныстабыҙ, – тине ул. – Милли проекттарҙы финанслау күләме яҡшы. Быйыл ул күп йүнәлештәр буйынса артасаҡ. Был үҙ сиратында төбәккә айырым бурыстар йөкмәтә, һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға хәҙер үк тотонорға кәрәк”.