Бер көндә – һигеҙ үлем18.02.2019
Бер көндә – һигеҙ үлемРеспубликала юл-транспорт фажиғәләрендә бер көндә һигеҙ кешенең ғүмере ҡыйылды.

Бынан тыш, егерме кеше төрлө кимәлдәге яра-йәрәхәттәр алған, тип хәбәр итә ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов. Туймазы, Краснокама һәм Нуриман райондарында 37, 20 һәм 32 йәшлек ир-аттың ғүмере өҙөлгән. Унан алда ғына Салауат һәм Бөрө райондарында йөк автомобиле һәм еңел автомобилдәр төкәшеүе һөҙөмтәһендә биш кеше һәләк булғайны.




Вернуться назад