Рәсәйҙә автомагистралдәрҙәге махсус майҙансыҡтарҙан тыш туҡтап торған һәм сәғәтенә 40 километрҙан кәмерәк тиҙлек менән йөрөгән өсөн штраф күләмен 1 меңдән 3 мең һумға тиклем арттыралар. Транспорт министрлығы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ошондай төҙәтмәләр әҙерләне.
Бындай сара юл фажиғәләрен кәметеүгә йүнәлтелә. Күптән түгел министрлыҡ Хөкүмәттең рөхсәт ителгән тиҙлекте сәғәтенә 10 километрға арттырған өсөн водителдәргә штраф һалыу хаҡындағы тәҡдимен хуплағайны.