Хәбәрһеҙ юғалған ҡатынды эҙләү маҡсатында бөгөн Өфөнөң Калинин районындағы Волчок күлендә водолаздар эшләне.“Фаразланыуынса, ғәйеп булыусы батҡан”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Боҙҙоң ҡалынлығы 10-12 сантиметр икән, был урын бер кеше үтеү өсөн хәүефһеҙ һанала. Әгәр көсөргәнеш сәбәпле боҙ сатнаған тауыш ишетелә башлай икән, ул ерҙән тиҙ арала китергә кәрәк. Әлеге һауа шарттарында һыу ятҡылыҡтарына бөтөнләй яҡын килмәү яҡшы.