Салауатта – яңы етәксе13.02.2019
Салауат ҡалаһы хакимиәтенә Өфөләге Киров районының элекке башлығы Динар Хәлилов етәкселек итәсәк.

Бөгөн ҡала Советы депутаттары Фәрит Ғилмановтың отставкаһын ҡабул итте. Ул етәксе вазифаһын 2011 йылдың мартынан биләй ине. Иртәгәнән Фәрит Ғилманов Башҡортостан сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары урынында эш башлай.

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Динар Хәлилов тәғәйенләнде. Вакант вазифаға конкурс иғлан ителгән, комиссия ултырышы 1 мартта була.

Белешмә. Динар Ғәли улы Хәлилов 1971 йылдың 19 апрелендә Салауат ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1995 йылда Өфө хакимиәтендә баш белгес булараҡ башлай. 1997 – 2003 йылдарҙа баш ҡаланың Киров районы хакимиәтендә мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, унан Өфө ҡалаһы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлеге етәксеһе була.

Артабан – Дим районы хакимиәте башлығының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау буйынса идаралығы етәксеһе. 2011 йылда Киров районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.


Вернуться назад