Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәгән ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө айҡанлы 15 февралдә Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының хәрби хәрәкәттәр ветерандарына арнала...” тигән акция үткәрелә.
Был көндә ҡала пассажирҙар транспортында хәрби тематикалағы йырҙар яңғыраясаҡ. Халыҡҡа шулай уҡ иҫтәлекле дата тураһында һөйләйәсәктәр. Республика Хәрби Дан музейында иһә “Башҡортостандың яугир-интернационалистары” экспозицияһы ойошторола.