Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” фонды V Бөтә Рәсәй журналистар конкурсының ғариза биреү кампанияһына йомғаҡтар яһаны.
Бәйгелә 2,5 мең төбәк баҫма һәм электрон киң матбуғат сараһы, теле-радиокомпаниялар вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнашҡан. Конкурсҡа алты мең самаһы проблемалы мәҡәлә тәҡдим ителгән. Башҡортостандан унда 50 кеше ҡатнаша.
Бәйгенең тематикаһы – “май указдары”. Мәҡәләләрҙең һәм сюжеттарҙың иң ҙур өлөшөн “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” темаһы тәшкил итә. Артабан экология, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ, юл хәүефһеҙлеге, демография һәм башҡа көнүҙәк темалар килә.
Ҡабул ителгән эштәрҙе әле жюри ағзалары тикшерә. Иң ҙур балл алғандары икенсе турға үтәсәк. Еңеүселәрҙе Дөйөм Рәсәй фронтының медиафорумында бүләкләйәсәктәр.