Бөгөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм уның урынбаҫарҙары халыҡ менән сираттағы осрашыу үткәрҙе.Кешеләрҙе, әлбиттә, беренсе сиратта экология мәсьәләһе борсой. Рөстәм Әхмәткәрим улы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов карьерға һыу ағыҙыу эшенең нисек барғаны, ниндәй һөҙөмтә көтөлгәне хаҡында һөйләне.
Ҡала етәксеһе шулай уҡ халыҡтың башҡа һорауҙарына ла яуап бирҙе.