250 бала юлға әҙер12.02.2019
Сибайҙан 500 баланың Ҡырым шифаханаһына ебәреләсәге тураһында хәбәр ителгәйне инде. Был йәһәттән эш нисек бара?

Ҡаланың балалар поликлиникаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Фирүзә Аҡбулатова әйтеүенсә, әле 250 баланың барлыҡ документтары әҙер, улар 20 февралдә юлға сығасаҡ. Ҡалғандары медицина комиссияһы үтә.

Әйткәндәй, ҡайһы бер ата-әсә балаһы өсөн Башҡортостан шифаханаларын һайлай. “Ә ни өсөн Ҡырымға барыуҙан баш тартаһығыҙ?” – тип һораным 14 йәшлек үҫмерҙең әсәһенән. “Бик алыҫҡа ебәргем килмәй ҡыҙымды, – тип яуап бирҙе ул. – Беҙ Учалы районындағы “Урал” шифаханаһын һайланыҡ, унда баланың эргәһенә барып йөрөргә лә мөмкин”.


Вернуться назад