Бөгөн Өфөләге Индустриаль шоссела урынлашҡан ҙур автомобиль үҙәгендә янғын сыҡты.Мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ. Ут 1 600 квадрат метр майҙанды ялмаған. Уны һүндереүгә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 72 хеҙмәткәре һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән. Әле 1 500 квадрат метр майҙанда янғын туҡтатылған.
Автоүҙәк хеҙмәткәрҙәре – 35 кеше – бинанан үҙаллы сығырға өлгөргән. Хәбәр ителеүенсә, янғын сыҡҡан урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов та килгән.