Карьерға һыу тултырғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк12.02.2019
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов Сибай карьерына һыу тултырыу барышы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, диаметры ике километр, тәрәнлеге 500 метр булған соҡор 100 метрға һыу менән тултырыласаҡ, йәнә 60 метры уның төбөнә китәсәк.

– Ошо рәүешле беҙ быҫҡып ятҡан мәғдән сығанаҡтарына кислородтың юлын ябабыҙ һәм уны һыуытабыҙ. “Уралмехангорнобр” институты менән берлектә карьерҙы өлөшләтә консервациялау проектын төҙөнөк. Соҡор төбөндә дүрт метр тәрәнлектә һыу ағыҙҙыҡ. Бөтәһе 469 метр ҡалынлыҡта тултырырға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн унда һыу ағыҙыуҙы тәүлегенә 10 мең кубометрға еткерергә тейешбеҙ. Әле был һан алты мең кубометр тәшкил итә. Һыуҙы ер аҫтынан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алабыҙ. Быға рөхсәтебеҙ бар, – тине ул.

Ильяс Әхмәтйәнов әйтеүенсә, эш оҙайлы буласаҡ, сөнки күләм ҙур ғына. Һыу ағыҙыу 20 мартҡа тиклем тамамланасаҡ. “Тап һыу тултырыу окисланыу сығанаҡтарын йөҙ процентҡа бөтөрәсәк”, – ти ул.

Бөгөн карьерҙа төтөн күҙәтелә, шулай уҡ көкөрт диоксидының һауала рөхсәт ителгән миҡдары 12 тапҡырға юғары. Был һауа торошона бәйле, сөнки бөгөн ел юҡ, карьерҙа төтөн йыйыла ла тирә-яҡҡа тарала.


Вернуться назад