Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр ЛОПУХОВ:– Сибайҙағы ғәҙәттән тыш хәлде стабилләштереү, көкөрт диаксиды бүленеүен туҡтатыу маҡсатында карьерҙың шахталарына һыу ағыҙыу бара. Өҫтәүенә газды таратыу өсөн ике вентилятор эшләй.
Һауа торошона даими мониторинг уҙғарыла. Граждандарҙың заявкалары буйынса ҡаланың төрлө урынындағы лабораторияларҙа тикшереү үткәрәбеҙ. Бындай заявкаларҙы һәр кем “ҡыҙыу линия”ға һәм 101 телефоны буйынса шылтыратып ҡалдыра ала.