Борай районында яңы етәксе – Рөстәм Исхаҡов10.02.2019
Борай районына яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул – 2008 йылдан “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының башҡарма директоры булып эшләгән Рөстәм Исхаҡов.

8 февралдән Ассоциацияның башҡарма директоры вазифаһын башҡарыусы итеп Борай районына 2007 йылдан әлегә ҡәҙәр етәкселек иткән Борис Нурисламов ҡуйылды.

Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов 1974 йылдың 25 октябрендә Әбйәлил районында тыуған. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы советы ағзаһы, Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының башҡарма директоры. 2003 – 2006 йылдарҙа ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһында республиканың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкиле булып эшләгән.


Вернуться назад