Бөгөн кискә табан Стәрлетамаҡ урамдарының береһендә “ГАЗель-next” автобусы электр бағанаһына төкөгән.41-се маршрут буйынса китеп барған был машинаның рулендәге 47 йәшлек ир – ошо ҡаланан. Салонда һигеҙ пассажир булған. Араларынан береһе һәм водитель зыян күргән, уларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре тикшерә.
Дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, аварияның сәбәптәре асыҡлана.