Менингококк инфекцияһы йәки грипп...08.02.2019
Баш ҡалабыҙҙа өс йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлгән. Күҙалланған диагнозы – менингококк инфекцияһы йәки грипп.

Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Ведомство ошондай осраҡтарҙы теркәү маҡсатында тейешле саралар комплексы үткәрә.

“Сабыйҙың диагнозын асыҡлау өсөн лаборатор диагностика уҙғарыла, уның менән бергә йәшәгән кешеләр медицина күҙәтеүе аҫтына алынды. Иҫкәртеү маҡсатында менингококк инфекцияһына ҡаршы иммунизациялау билдәләнде”, – тинеләр ведомствола.


Вернуться назад