Өфөнөң 21-се дауаханаһы бинаһы эргәһендә кисә бер ҡатындың кәүҙәһе табылған.Күҙалланыуынса, ул етенсе ҡаттың коридоры тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Бихисап йәрәхәт алған ҡатынды реанимацияға оҙатҡандар. Әммә ул иҫенә килмәйенсә үлгән.
Хәлдең сәбәптәре тикшерелә.