Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында тәбиғи ҡаҙылмаларҙы законһыҙ рәүештә алыу дәлилдәрен асыҡлау буйынса эш көсәйтелде.Ошондай сираттағы осраҡ Благовещен районының Сиҙәш ауылы янында теркәлгән: бында “Комстрой” компанияһы лицензияһыҙ көйө төҙөлөш ташы сығарған.
Хоҡуҡ боҙған өсөн ойошма етәкселеге административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, штрафтың суммаһы – 940 мең һум.