Радий ХӘБИРОВ: “Мин унан кешеләр мәнфәғәтен яҡларға өйрәндем”07.02.2019
Бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сифатында республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

“Мин уны үҙемдең остазым тип иҫәпләүем хаҡында күп тапҡыр әйткәнем бар. Унан өйрәнгән иң мөһим нимә – кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлап йәшәү, сөнки халыҡтың йәшәү сифаты күп йәһәттән тап власҡа бәйле. Нәҡ ошо сифат Башҡортостандың беренсе Президентына республикабыҙға ҡатмарлы 90-сы йылдарҙы тетрәнеүҙәрһеҙ үткәрергә булышлыҡ итте. Мин ысын күңелдән Мортаза Ғөбәйҙулла улын юбилейы менән ҡотлайым, уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем!” – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе.

Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Радий Хәбиров әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге, республика үҫешенә битараф ҡалмағаны өсөн Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.


Вернуться назад