Өфөнөң Затон биҫтәһендә 20-30 ҡаттан торған күп фатирлы йорттар төҙөү планлаштырыла.Улар көньяҡ өлөштәге 23-сө кварталда урынлашасаҡ. Заказсы – Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитеты.
Контракттың максималь хаҡы – 62 миллион 164 мең һум. Төҙөлөш биләмәһе майҙаны 16,871 гектар тәшкил итәсәк тип күҙаллана.