Бензовоз түңкәрелгән...06.02.2019
Дүртөйлө – Саҡмағош – Бүздәк автомобиль юлында бензовоз канауға ҡолаған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был урынға ҡотҡарыусылар, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар килгән.

“Зыян күргәндәр юҡ. Бензовозды ҡалҡытыу эше башҡарыла”, – тинеләр ведомствола.

Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад