"Зөләйха күҙҙәрен аса" нисек ҡабул ителгән?05.02.2019
Мәскәүҙең А.С. Пушкин исемендәге театр сәхнәһендә беҙҙең Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының гастролдәре бара.

Сара республикабыҙҙың һәм мәҙәниәт усағының үҙенең бер быуатлыҡ юбилейҙарына бағышлана. Хәбәр ителеүенсә, иң беренсе “Алтын битлек” Бөтә Рәсәй фестиваленә ярашлы “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле ҡуйылып, ҙур аншлаг менән үткән. Унда автор Гүзәл Яхина ла булып, тамашаға юғары баһа биргән.

Башҡорт сәхнә оҫталары мәскәүҙәргә шулай уҡ “Шәүрәкәй”, “Хыялға ҡаршы” спектаклдәрен тәҡдим итәсәк, һуңғы көндә – бөтөн коллектив ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша.


Вернуться назад