Бөгөн Кушнаренко районының Ҡупай ауылында янғын сығып, өс йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлдө.Республика Хөкүмәте ултырышында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, төбәктә йыл башынан янғында дүртенсе бала һәләк булды.
“Уларҙың барыһы ла ҡарауһыҙ ҡалдырылғайны, – тине ведомство етәксеһе. – Был аҙнала тиҙ арала ошо хәлде иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар комплексы әҙерләйәсәкбеҙ”.