Быйыл йәй Өфөлә яңы “аҡыллы” туҡталҡалар ҡуйыла башлаясаҡ. Ике йылда ҡалалағы ошондай 200 самаһы пунктты яңыртыу планлаштырыла. Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа интерактив туҡталыш павильонын һәм яңыса йыһазландырылған автобусты күрһәттеләр.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, төбәктә 2019-2020 йылдарҙа күп кеше һыйҙырышлы 250 яңы автобус алыу планлаштырыла. Ҡалалағы барлыҡ транспортта берҙәм транспорт картаһы ҡулланыласаҡ.
Туҡталыш павильондарын гаджеттарға көс йыйыу өсөн USB-порттар, мәғлүмәт таблоһы менән йыһазландырыу ҡарала. “Аҡыллы” туҡталҡаларҙа шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртыу өсөн “хәүеф төймәһе”, бушлай Wi-Fi, маршрут карталары буласаҡ.