Ҡаршыңа ҡеүәтле автоцистерна сыҡһа...03.02.2019
Бөгөн кискә табан Салауат районында ҡурҡыныс авария булған: Mercedes-Benz Sprinter микроавтобусы менән автоцистерна төкөшкән.

Бәхеткә күрә, һәләк булғандар юҡ. Микроавтобустың водителе менән 12 пассажиры ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалған. Улар “Ҡарағай” шифаханаһы – Өфө маршруты буйынса хәрәкәт иткән. Йөк машинаһы рулендә иһә – Силәбе өлкәһе кешеһе. Ҡеүәтле автоцистернаға бер ни ҙә булмаған.

Пассажирҙарға яңы автобус ебәрелгән. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад