Үткән төн Ураҙ ауылында 56 йәшлек ир һәләк булған.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең диспетчер пультына ағас йорт яныуы тураһында хәбәр төн уртаһында килә. Ҡотҡарыусыларҙан бер төркөм, ике махсус техника шул урынға юллана.
Янғын һүндерелә. Ләкин ҡорбанһыҙ ҙа үтмәй: 56 йәшлек ир һәләк була. Әле тикшереү эштәре бара.