"Әй, Аҡтаныш! Яҡты һинең асман! Ал ҡан менән тарих яҙылған..."03.02.2019
Олуғ шәхес, Гәрәй ырыуы башҡорттары етәксеһе Илдархан Мутиндың Башҡорт автономияһы өсөн көрәш юлында һәләк булған көнө бөгөн. Ошо уңайҙан уның тыуған төйәгендә – Аҡтаныш районының Таҡталасыҡ ауылында – ҡаһарманды иҫкә алыу сараһы үтте.

Унда Башҡортостандан делегация ҡатнашты. Төп ойоштороусы – тарихсы Радик Бәхтиев. Ул шәхестең яҡын туғаны ла.

Хәтер көнөндә тарихсы Азат Ярмуллин Илдархан Мутиндың тормош һәм эшмәкәрлек юлына байҡау яһаны. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев иһә Мутиндар нәҫеленең башҡорт тарихында, рухиәтендә тотҡан урыны хаҡында бәйән итте. Шағирә Лариса Абдуллина “Аҡтаныш” шиғырын уҡыны.

Шәхестең таҡтаташы янындағы осрашыуҙан һуң сара урындағы мәҙәниәт йортонда дауам итте.


Вернуться назад