Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала мөхитен үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Сарала М. Ломоносов исемендәге МДУ-ның иҡтисад факультетындағы Иҡтисади мәҙәниәтте, ҡала үҫешен һәм креатив индустрияларҙы өйрәнеү үҙәге етәксеһе Сергей Капков, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, эксперттар ҡатнашты.Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Сергей Капков – Рәсәйҙә парктар үҫешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
– Мәскәүҙә һәм башҡа төбәктәрҙә туплаған тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Өфөнөң ысынлап та сағыу ҡалаға әйләнеүен теләйбеҙ, – тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе Сергей Капковҡа.
Белгес Өфө етәкселеге менән берлектә ҡала биләмәләрен – Ағиҙел йылғаһы ярынан алып парктарға тиклем – ҡарағанын, шулай уҡ “Торатау” геопаркы төҙөләсәк урында булғанын һөйләне.
– Геопарктың мөмкинлектәре сикһеҙ. Биләмәнең туристар күпләп ағылған урынға әйләнеүе ихтимал, – тине ул. – Беҙ тәбиғәт парктары булдырыу йәһәтенән Исландияның, Японияның тәжрибәһен өйрәнә башланыҡ. Иң мөһиме – ҡабаланмау һәм тау тирәһендәге биләмәне дөрөҫ файҙаланыу.
Өфөгә килгәндә, Сергей Капков, Рәсәй һәм сит илдәр тәжрибәһенә таянып, уңайлы ҡала, парктар, йәйәүлеләр мөхите булдырыу программаһын тормошҡа ашырырға, аҙаҡ был өлгөнө барлыҡ муниципалитеттарға таратырға кәңәш бирҙе.
Сарала ҡатнашыусылар республиканың йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проекттар варианттарын ҡараны.