Багажникта - мәйет...30.01.2019
Белоретта бер ир танышының үле кәүҙәһен өс көн буйы автомобиленең багажнигында алып йөрөгән.

Хәл былай булған. Яңы йыл байрамынан өс көн алда бер ҡатын полицияға шылтыратып, 38 йәшлек улын табыуҙа ярҙамлашыуҙы һораған. Ир ноябрь уртаһында өйҙән сығып киткән дә әйләнеп ҡайтмаған. Туғандары тиҙ арала эҙләргә тотонмаған, сөнки уның оҙаҡҡа юғалып тороу ғәҙәте булған.

Ә ирҙе был юлы фажиғә көткән. Ул өйө янында ике танышы менән эске ҡорған. Бер мәл Өфөнән килгәне менән ниҙер бүлешә алмай, ирешә башлағандар. Тегеһе ирҙең муйынына бысаҡ менән сәнскән.

Мәйетте үлтереүсенең автомобиленең багажнигына һалғандар. Ул өс көн буйы ҡала буйлап шулай йөрөгән, ҡорбанын йәшерер урын эҙләгән. Унан урманға барып, ергә күмгән.

Енәйәтсене тотҡандар. Уға тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.


Вернуться назад