Балалар баҡсаһында "үле йән"дәр эшләгән...30.01.2019
Өфө районында 53 йәшлек балалар баҡсаһы мөдиренә ҡарата ике енәйәт эше асылған.

Ул ошо вазифаһында 2011 йылда учреждениеға ҡарауылсы алыу тураһында бойороҡ әҙерләгән һәм ҡул ҡуйған. “Эшкә алынған” Өфө районы ҡатыны был турала үҙе белмәгән дә.

Артабанғы дүрт йыл дауамында мөдир әлеге “хеҙмәткәр”ҙе учреждениелағы төрлө вазифаларға күсереп йөрөткән, эш ваҡыты иҫәбе табелен тултыра барған. Ошо нигеҙҙә банк картаһына күсә килгән аҡсаны үҙе теләгәнсә тотонған.

Шундай уҡ юл менән балалар баҡсаһына “йыйыштырыусы” ла алып, эш хаҡын файҙаланып торған.

Әле тикшереү эштәре бара.


Вернуться назад