Беренсе булып күренәсәк30.01.2019
“Бәйләнештә” социаль селтәре етәкселеге Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәхифәһен рәсми раҫланы: уның исеме янында аккаунтының ысынлығын белдергән махсус билдә барлыҡҡа килде.

Социаль селтәрҙең ҡағиҙәләре буйынса, бынан һуң Радий Хәбировтың сәхифәһе эҙләгәндә беренсе булып табыласаҡ, ә “фейк” аккаунттар күренмәйәсәк. Әле етәксенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә 104 мең яҙылыусы.

Радий Фәрит улы башҡа социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарын раҫлауға ла запростар ебәргән.


Вернуться назад