Мортаза Рәхимов тәҡдимдән баш тартҡан29.01.2019
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында хәбәр ителеүенсә, был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашҡан.

Төбәк етәксеһе оло абруйлы аҡһаҡалдың 85 йәшлек юбилейын (7 февралдә) “Торатау” конгресс-холында ҙур концерт, “Башҡортостандың беренсе Президенты” тип аталған фотокүргәҙмә ойоштороп, тотош республика кимәлендә киң итеп үткәрергә тәҡдим яһаған.

Әммә юбиляр, бындай хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт әйтеп, ҙур тантана уҙғарыуҙан баш тартҡан. Уныңса, әле байрам итеү өсөн бигүк яҡшы ваҡыт түгел, республикала йыйылған бихисап проблеманы кисектермәй хәл итергә кәрәк.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы шулай уҡ Радий Хәбировҡа Сибайҙағы ғәҙәттән тыш ваҡиғаның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә уңыштар теләгән, власть менән йәмғиәттең көньяҡ-көнсығышта берҙәм көс менән тәртип булдырырына ышаныс белдергән.

Тыуған көнгә килгәндә, беренсе Президент Радий Хәбировтан ҡотлау открыткаһы килһә, республика мәғлүмәт сараларында уның хаҡында бер нисә йылы һүҙ әйтелһә, ихлас шат буласағын белдергән.


Вернуться назад