Сибайҙа ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында төрлө саралар ҡулланыла. Мәҫәлән, әле унда ҙур елләткестәр ҡуйылды.Улар һауаны таҙартырға, насар еҫте бөтөрөргә ярҙам итәсәк. 120 һәм 200 киловатт ҡеүәтендәге елләтеү ҡоролмалары карьерҙың эргәһенә урынлаштырылған.
Белгестәр әйтеүенсә, һил мәлдә вентиляторҙар газды таратыу өсөн һауа ағымы барлыҡҡа килтерәсәк, шуның менән бергә атмосферала зарарлы матдәләр концентрацияһы кәмейәсәк.