Зариф палатаға күсерелде28.01.2019
Учалыла булған фажиғәлә ҙур йәрәхәттәр алған Зариф Хилажев реанимациянан палатаға күсерелгән. Был хаҡта уның һеңлеһе хәбәр итте.

“Халыҡтан килгән бихисап хәбәрҙәргә яуап бирмәй торҙом – ағайымды реанимациянан палатаға күсереүҙәрен көттөм, – тип яҙҙы ул үҙ сәхифәһендә. – Дуҫтар, һеҙҙең доғаларығыҙ, борсолоуығыҙ арҡаһында иҫән ҡалды ул. Ауыр ваҡытта беҙҙең менән булғанығыҙ, барлығығыҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Алда ҡыйынлыҡтар буласаҡ, әммә улар ағайымдың һаулығына бигүк йоғонто яһамаһын ине”.


Вернуться назад