Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн – Рәсәйҙең хәрби даны көнө, Ленинградты блокаданан сығарыуға – 75 йыл. Ошо уңайҙан Германия дәүләте власы Ленинград блокадаһын үткән кешеләргә 12 миллион евро күләмендә компенсация түләргә ҡарар иткән.Бүленгән аҡса Санкт-Петербургтағы блокада ветерандары госпитален яңыртыуға, шулай уҡ Германия-Рәсәй үҙәген төҙөүгә йүнәлтеләсәк.
“Был ҡарар блокада ауырлыҡтарын үҙ башынан үткәргән өлкәндәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыр, ике ил халҡының татыулығын нығытыр тип ышанабыҙ”, – тиелә Германияның мәғлүмәт сығанаҡтарында.