Төп иғтибар – юлға27.01.2019
26 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе.

Унда 2019 – 2021 йылдарҙа уртаҡ файҙаланыштағы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлау, төҙөү, реконструкциялау буйынса территориаль заказ ҡаралды. Документҡа ярашлы, республика Юл фондының быйылғы күләме – 17,88, 2020-лә – 17,2, 2021-ҙә 16,6 миллиард һум тәшкил итә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан бүленгән 1,8 миллиард һум иҫәбенә фонд тағы ла киңәйә. Бынан тыш, быйыл ил ҡаҙнаһынан Ағиҙел аша күпер һалыуға – 500 миллион һум, Көнсығыш юлын төҙөүгә 1,5 миллиард һум бүленеүе көтөлә.

Ултырышта шулай уҡ муниципаль-ара маршруттарҙа халыҡты сифатлы транспорт менән хеҙмәтләндереү, инвестиция ҡеүәтен арттырыу, шулай уҡ муниципаль кимәлдә спортҡа булышлыҡ ҡылыу саралары ҡаралды.


Вернуться назад